

Бөгөн 14:30 сәғәттә Рәсәйҙең Башҡортостан ркспубликаһындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төп идаралығына "Өфө - Белорет - Мәғнит" аатомобиль юлындағы юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында хәбәр иткәндәр. Бында бер юлы 5 транспорт бәрелешкән: бер йөк машинаһы һәм дүрт еңел автомобиль. Автомобилдәрҙә барлығы 6 кеше булған, шуларҙың 3 - балалар. Улар бөтәһе лә Белорет ҡалаһына медицина тикшеренеүе үтеү өсөн дауаханаға оҙатылған. Әле унда тиҙ ярҙам хеҙмәттәре эшләй. Улао авария сәбәптәрен асыҡлай. Автомобиль юлында хәрәкәт сикләнмәгән.