ПРОИШЕСТВИЯ
16 Ғинуар 2022, 12:50

Буранда ҡамалып ҡалғандар

"Форд Транзит" автобусында 17 пассажир һәм водитель юлдарын дауам итә алмаған.

Буранда ҡамалып ҡалғандарБуранда ҡамалып ҡалғандар
Буранда ҡамалып ҡалғандар

Кисәге ҡоторонған буран арҡаһындаФедоровка районында рейс автобусы ҡамалып ҡалған. Автобуста водителдән тыш 17 пассажир бар. 16 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төп идаралығына Федоровка районының Балыҡбаш ауылы янында Федоровканан Салауатҡа китеп барыусы "Форд Транзит" автобусы ҡамалып ҡалыуы хаҡында шылтыраталар. Автобус төҙөк, йылытыла. Әлеге ваҡытта юл асыр өсөн техника ебәрелгән. Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төп идаралығы.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас