Дүртөйлө районында полиция хеҙмәткәрҙәре ике ир кешене ҡулға алған. Сырлаҡ ауылына яҡын ғына мылтыҡ тауышы ишетелгәс, эске эштәр бүлегенә шылтыратыу була. Иң тәүҙә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре килеп етә. Был ваҡытта 31 һәм 57 йәшлек ошо яҡ кешеләре мышыны бүлеп маташҡан була. Еңел автомобилдә килеп, урман буйлап һунар саңғыһында хәрәкәт иткән браконьерҙарҙың ике мылтығы ла законлы рәүештә иҫәпкә ҡуйылмаған булған. Енәйәтселәрҙең йәшәгән урындарын да тикшергәндәр. Уларға РФ Енәйәт кодексының 258-се статьяһының 2-се бүлеге буйынса яуап бирергә тура киләсәк.
Шундай уҡ хәл яңыраҡ күрше Күгәрсен районында ла булды. Бында ла ике иргә ошо статья янай. Уның буйынса 500 меңгә тиклем штраф йәки 2 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.