ПРОИШЕСТВИЯ
5 Февраль 2022, 12:55

Эшһеҙлектән аптыранған егеткә 5 йылға ирекенән мәхрүм итеү янай

Сауҙа комплексында шартлатыу ҡоролмаһы һалыныуы тураһында шылтыратҡан 21 йәшлек егетте ҡулға алғандар.

Эшһеҙлектән аптыранған егеткә 5 йылға ирекенән мәхрүм итеү янайЭшһеҙлектән аптыранған егеткә 5 йылға ирекенән мәхрүм итеү янай
Эшһеҙлектән аптыранған егеткә 5 йылға ирекенән мәхрүм итеү янай

21 йәшлек бер ҡайҙа ла эшләмәүсе егет Стәрлетамаҡ ҡалаһының ҙур сауҙа комплекстарының береһендә шартлатыу ҡоролмаһы һалыныуы тураһында телефон аша хәбәр иткән. Һатыусылар һәм һатып алыусылар комплекстан тиҙ арала сығарылған. Махсус хеҙмәттәр бөтә комплексты ла тикшереп сыҡҡан, бәхеткә күрә бомба табылмаған.  Һатыусыларҙы был шылтыратыу  байтаҡ ҡына килемһеҙ ҡалдырған.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас