

Свердловск өлкәһенең Среднеуральский ҡалаһында йәшәүсе 67 йәшлек пенсионер хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә үҙ ирке менән бирелгән. Уға 15 йылға иркенән хөкөм итеү янай. 67 йәшлек ир быға тиклем хоҡуҡ боҙоп йөрөмәгән. Бөгөн ул фатирында биш зарядлы һунар мылтығынан ут асҡан. Беренсе тапҡыр шкафҡа, икенсеһен ҡатынының эсенә, ул шунда уҡ йән биргән. Мылтыҡ тауыштары ишетелгәс, күршеләр экстрен хеҙмәттәр саҡырта. Иҫерек ир йәшәгән өйҙө уратып алалар. Ярай әле ул үҙе бирелгән, бәхеткә күрә башҡа ҡорбандар юҡ.
Барыһы ла эскелек арҡаһында килеп сыҡҡан. Статистикаға ҡарағанда иң күп хоҡуҡ боҙоуҙа, үрҙәге кеүек аяныслы хәлдәр спиртлы эсемлектәр менән артыҡ мауығыу арҡаһында килеп сыға ла инде.