ПРОИШЕСТВИЯ
20 Февраль 2022, 11:20

Изгелек акцияһы иғлан ителде

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы “Ғаилә изгелеге бумерангы” акцияһына ҡушылырға саҡыра.

 

Республика буйынса  иғлан ителгән балалар әйберҙәре йыйыуға беҙҙең район да ҡушылды. Яңы, шулай уҡ тотонолған булһа ла ярай. Балалар мебеле, коляскалар, ашатыу ултырғыстары, йылы комбинезондар, тағы ла памперстар һәм башҡа әйберҙәр һәм балалар кәрәк-яраҡтары ҡабул ителә.

Бөтә әйберҙәр ҙә Донецк һәм Луганскиҙан килгән балалы ғаиләләргә тапшырыласаҡ.

Әйберҙәр 21 февралдән Ғаилә үҙәгендә ҡабул ителә башлай. Адресы: Иҫәнғол ауылы, Блюхер тыҡырығы, 7.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас