

Бөгөн Туймазы районында бер түгел ике авария теркәлде.
Тәүгеһендә Nissan Qashqai, Ford Fiesta и ZAZ Chance автомобилдәре бәрелешкән. Көслө бәрелеүҙән һуң ZAZ Chance автомобилен ут ялмап алған. Ford Fiesta автомобиленән ике кешене һәм ZAZ Chance автомобиле водителен дауаханаға оҙатҡандар.
Икенсе авария Николаевка ауылы янында теркәлгән. "Лады Калина" һәм ВИС бәрелешкән. Ладаның пассажирҙары 28 һәм 55 йәшлек ҡатын дауаханала.
Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ! Өйҙә яҡындарығыҙ көткәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ!