ПРОИШЕСТВИЯ
4 Март 2022, 08:50

Башҡортостандың ике заводы ла АҠШ санкцияларына эләкте

АҠШ һәм уның союздаштары Рәсәйҙең 22 оборона предприятиеһына ҡаршы санкциялар индерҙе.

АҠШ Берләшкән двигателдәр эшләү компанияһына санкциялар һалды («Ростех» дәүләт корпорацияһының бер өлөшө). Был турала 3 мартта билдәле булды. Берләшкән двигателдәр эшләү компанияһына Өфө моторҙар эшләү берекмәһе — хәрби истребителдәр өсөн двигателдәр етештергән һәм граждандар авиацияһы өсөн двигателдәр эшләүҙә ҡатнашҡан предприятие инә. Киң мәғлүмәт сараларында бер ҡасан да Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең двигателдәре ҡуйылған самолеттарҙы Америкаға ебәреүҙәре тураһында хәбәр баҫылғаны юҡ ине.

Салауат химия заводына ҡарата ла («Газпром нефтехим Салауат» структураһына инә) санкциялар индерелде, был турала 4 мартта Роскосмос етәксеһеДмитрий Рогозин хәбәр итте. Башҡортостан заводы континенталь-ара баллистик ракеталар өсөн яғыулыҡ етештерә.

Ғөмүмән, АҠШ һәм уның союздаштары Рәсәйҙең 22 оборона предприятиеһына ҡаршы санкциялар индерҙе.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас