ПРОИШЕСТВИЯ
4 Март 2022, 11:50

Янғын ҡорбаны булғандар

Бөгөн, 4 мартта,  шәхси йортта сыҡҡан янғынды һүндергән ваҡытта ир һәм ҡатындың кәүҙәһе табылған.

Бөгөн, 4 мартта, Бәләбәй ҡалаһында шәхси йортта сыҡҡан янғынды һүндергән ваҡытта ир һәм ҡатындың кәүҙәһе табылған.

 Янғын урынына килгән ҡотҡарыусылар бер ҡыйыҡ аҫтында ябылған бер ҡатлы ағас йорт һәм гараж яныуын асыҡлаған.

 Янғын 13:54-тә һүндерелгән. Әлеге ваҡытта янғын сығыу осрағы буйынса тикшереүҙәр бара, уның нимәнән сыҡҡаны асыҡлана.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас