ПРОИШЕСТВИЯ
9 Март 2022, 11:05

Мәскәүҙә төҙөлөштә эшләп йөрөүсе яҡташтарыбыҙ һәләк булған

Кисә  Мәскәүҙә төҙөлөш майҙансыҡтарының береһендәге тораҡта 23, 24, 38 һәм 46 йәшлек дүрт эшсенең кәүҙәһе табыла.

Мәскәүҙә төҙөлөштә эшләп йөрөүсе яҡташтарыбыҙ һәләк булғанМәскәүҙә төҙөлөштә эшләп йөрөүсе яҡташтарыбыҙ һәләк булған
Мәскәүҙә төҙөлөштә эшләп йөрөүсе яҡташтарыбыҙ һәләк булған

Кисә  Мәскәүҙә төҙөлөш майҙансыҡтарының береһендәге тораҡта 23, 24, 38 һәм 46 йәшлек дүрт эшсенең кәүҙәһе табыла. Уларҙың барыһының да Шишмә ҡасабаһынан булыуы асыҡланған. Ир-егеттәр яңы йылдан бирле баш ҡалала бина фасадтарын ремонтлау менән шөғөлләнгән булған.

Тәфтиш комитеты һәм криминалистар тикшереү үткәрә. Яҡташтарыбыҙ тораҡтарын йылытҡанда, һөрөм газы менән ағыуланып һәләк булған тип фаразлайҙар.

Интерфакстан.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас