Шишмә районында Һамар - Өфө- Силәбе трассаһында 32 йәшлек водитель "Lada Granta" атомобиле менән идара иткәндә юл аҫтына төшөп киткән. 52 йәшлек пассажиры тән йәрәхәттәре алған.
Водитель медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартаҡан.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә марттың тәүге аҙнаһында 46 авария орсағы булған.
Уларҙа ҡ кеше һәләк булған, 52 кеше тән йәрәхәттәре алған.
Автомобилдәрҙең 21 бәрелеү осрағы теркәлгән.
19 пешеходты бәрҙергәндәр.
ЮХХДИ хәбәр итеүенсә 15824 юл ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән. 192 иҫерек водитель тотолған. 566 пешеход тарафынан юл ҡағиҙәһен боҙоу осрағы булған. 503 осраҡта водитель пешехлдҡа юл бирмәгән. Ваҡытында штраф түләмәүҙең 113 осрағы теркәлгән.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ, үҙебеҙҙе лә, башҡаларҙы ла хәүеф аҫтына ҡуймайыҡ!




