ПРОИШЕСТВИЯ
21 Марта 2022, 13:50

Сабый ҡомаҡ ағыуы менән ағыуланған

«Кумертауское время» гәзите хәбәр итеүенсә, 20 мартта Күмертауҙа бер йәшлек бала ҡомаҡ ағыуы менән ағыуланған.

Сабый ҡомаҡ ағыуы менән ағыуланғанСабый ҡомаҡ ағыуы менән ағыуланған
Сабый ҡомаҡ ағыуы менән ағыуланған

«Кумертауское время» гәзите хәбәр итеүенсә, 20 мартта Күмертауҙа бер йәшлек бала ҡомаҡ ағыуы менән ағыуланған. Малай ашығыс рәүештә тиҙ ярҙам машинаһында ҡала дауаханаһының анестезиология һәм реанимация бүлегенә оҙатылған.  Ваҡытында табиптар тарафынан дөрөҫ ярҙам күрһәтелеүе генә уның ғүмерен ҡотҡарып ҡалған.

Әлеге ваҡытта баланың хәле ҡәнәғәтләнерлек тип баһалана, уны дауахананан сығарырға әҙерләнәләр. Тик ҡомаҡ ағыуы нисек итеп бер йәшлек баланың ҡулына эләгеүе генә әлегә сер булып ҡала. Был ваҡиға тейешле органдар тарафынан ентекле тикшерелеп, сабыйҙың ағыуланыу сәбәптәре асыҡланыр тигән өмәттә ҡалабыҙ.

Кескәй балаларығыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, уның сәләмәтлеге һәм хәүефһеҙлеге өсөн ата-әсә генә яуаплы икәнен онотмаһағыҙ ине. Балаларыбыҙҙың киләсәге беһһең ҡулдарҙа бит.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас