ПРОИШЕСТВИЯ
21 Март 2022, 18:50

Ҡыҙҙар антисептик менән нығыраҡ мауығып ташлаған

Ике ҡыҙ ағыуланып дауаханаға эләккән

Ҡыҙҙар антисептик менән нығыраҡ мауығып ташлағанҠыҙҙар антисептик менән нығыраҡ мауығып ташлаған
Ҡыҙҙар антисептик менән нығыраҡ мауығып ташлаған

Әбйәлил районының Рауил ауылындағы балалар йортонда башҡа һыймаҫлыҡ хәл  теркәлгән. Бында тәрбиәләнеүсе 13 һәм 15 йәшлек ике ҡыҙ антисептик эсеп ағыуланған. Ҡыҙҙарҙы Асҡар үҙәк район дауаханаһына оҙатҡандар. Әлеге ваҡытта улар реанимация бүлегендә, һаулыҡтарына ҡурҡыныс янамай.

Күптән түгел ошо уҡ балалар йортонан ике үҫмер төндә ҡасып, дауаханаға эләккәйне. Осраҡ буйынса тикшереү ойошторолдо

Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас