ПРОИШЕСТВИЯ
26 Апрель 2022, 16:30

Енәйәтсенең исеме билдәле булды

Ике сабыйҙы һәм тәрбиәсе ярҙамсыһын атып үлтереүсе Руслан Әхтәмовтың тағы ла бер ҡорбаны булған

Енәйәтсенең исеме билдәле булдыЕнәйәтсенең исеме билдәле булды
Енәйәтсенең исеме билдәле булды

Александр Дронин бөгөн мылтыҡтан атырға урманға сыҡҡан. Уға Руслан Әхтәмов эйәргән. Урманда егет 68 йәшлек иргә һөжүм итеп, мылтығын талап ала һәм уның башына, күкрәгенә атып үлтерә. Полиция хеҙмәткәрҙәре әлеге ваҡытта Әхтәмовтың әсәһенән һорау ала, Русландың ни өсөн бындай вәхшилеккә барыуын аңларға тырыша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бөгөн Ульяновск өлкәһенең Вешкайма балалар баҡсаһында атыш була. Балалпр төшкө йоҡоға талған мәлдә енәйәтсе "Рябинка" балалар баҡсаһына килеп, тәүҙә болдорҙо йыуған тәрбиәсе ярҙамсыһы Ольга Митрофановаға ата (ул шунда уҡ йән бирә), шунан төркөмгә инеп, йоҡлап ятҡан алты йәшлек ҡыҙҙы, биш йәшлек малайҙы атып үлтерә. Һуңынан үҙенә ата.

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас