Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы 5 июлдә Ырымбур өлкәһендә хәбәрһеҙ юғалған бәлиғ булмаған Анастасия Фәтхелисламованы эҙләүгә ҡушылды.
Министрлыҡтың телеграмма-каналынан хәбәр итеүҙәренсә, юғалған ҡыҙ Башҡортостан биләмәһендә булыуы ихтимал. 16 йәшлек ҡыҙ ҡара футболка, көрән төҫтәге капюшонһыҙ ветровка, спорт салбары, ялтыр ҡара кроссовкалар кейгән булған.
«Анастасияның өлкән йәштәге Владислав Бачурин менән бергә булыуы мөмкин. Ул да өйөнән сығып киткән һәм әлегә тиклем бәйләнешкә сыҡмаған. 41 йәшлек ирҙең буйы 185-190 сантиметр, ул ҡаҡса кәүҙәле, һаҡаллы. Владислав зәңгәр футболка, яурын аша спорт сумкаһы, күк джинсы һәм ҡара туфли кейгән. Шулай уҡ ул күҙлек йөрөткән», - тип хәбәр итәләр Башҡортостан Эске эштәр министрлығынан.
Полиция уларҙы күргәндәрҙән 8 (3532) 64-09-85, 8 (3537) 29-55-00, 8 (3537) 29-52-00, 8 (3537) 29-53-00, 8 (3537) 29-53-00, 8 (3537) 29-51-00, 8-922-530-90-24-36-00 телефондары буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының «Орское» муниципаль учреждениеһына шылтыратыуҙарын һорай.
фото:МВД РБ.