ПРОИШЕСТВИЯ
22 Июль 2022, 06:17

Мышы үлемесле авария сәбәпсеһе булған ВИДЕО

Өфө районында мышы ҡатнашлығындағы аварияла кеше һәләк булған.

 

Өфө-Ырымбур автоюлында 29 йәшлек Ырымбур өлкәһе кешеһе "Datsun on-DO" автомобилендә юлға килеп сыҡҡан мышыға бәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә 66 йәшлек пассажир фажиғә урынында үлгән. Водитель дауаханала, мышы үлгән. Юл-транспорт ваҡиға факты буйынса тикшереү эштәре бара.

Ҡарап тороуға тыныс ҡына күренгән урман хайуаны мышы, юл ситенән тороп йөк машинаһы аҫтына ташланырға, йәки хәүефте тоймай, бер нисә минут етеп килгән фарҙар яҡтыһына ҡарап торорға мөмкин. Шуға күрә, мышыны күрһәгеҙ, тиҙлекте минимумға еткереп, уның янына сәғәтенә 40 км тиҙлек менән үтегеҙ. Был осраҡта, мышы трассаны ҡапыл йүгереп сыға бшлаһа, һәр ваҡыт туҡтап өлгөрөргә мөмкин.

Хәйерле юлдар һеҙгә!

Управление ГИБДД МВД по Республике Башкортостан

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас