ПРОИШЕСТВИЯ
13 Август 2022, 04:55

Аулаҡ өйҙән дауаханаға

 Өсәүһе -реанимация бүлексәһендә, икәүһенең хәле уртаса ауырылыҡта.

Аулаҡ өйҙән дауаханағаАулаҡ өйҙән дауаханаға
Аулаҡ өйҙән дауаханаға

Октябрь районы прокуратураһы 14-15 йәшлек үҫмерҙәрҙең ағыуланып медицина учреждениеларына эләгеү осрағы буйынса тикшереү эше алып бара. Өфөнөң Сипайлов биҫтәһендәге фатирҙарҙың береһендә көндөҙ аңын юғалтҡан биш үҫмерҙе табалар. Прокуратура мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер малай һәм дүрт ҡыҙ алкоголь менән бергә билдәһеҙ дарыу төймәләре эскән. Хәҙерге ваҡытта ике бала Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының, бер бала 17-се ҡала дауаханаһының реанимация бүлексәләрендә, өсөһө лә аңында түгел. Ике баланың хәле уртаса ауырлыҡта. Өыө ҡалаһының Октябрь районы прокуратураһы 14-15 йәшлек үҫмерҙәрҙең ағыуланып медицина учреждениеларына эләгеү осрағы буйынса тикшереү эшен башлаған. Билдәле булыуынса, бер малай менән өс ҡыҙ Гагарин урамындағы фатирҙарҙың береһендә йәшәгән таныш ҡыҙға ҡунаҡҡа килгән булған. Өлкәндәр өйҙә булмаған. Шулай итеп аулаҡ өй күңелһеҙ тамамланған.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас