ПРОИШЕСТВИЯ
15 Август 2022, 12:35

Ике йәшлек бала йыланды тешләп үлтергән

Бала ишек алдында бер үҙе уйнап ултырған була...

 Был хәл Төркиәлә 10 августа булған. Бала үҙ өйҙәре ишек алдында уйнап ултырған була. Ҡапыл йылан шыуышып килеп, ҡыҙҙың аҫҡы иренен тешләп ала. бала ҡурҡышынан ҡысҡырып ебәрә. Уның тауышына күршеләре килеп етә. Улар баланың 50 см оҙонлоҡтағы йыланға тештәрен батырғанын күрә. Шунда уҡ "Тиҙ ярҙам" саҡырталар. Бер тәүлек дауаланғандан һуң бала өйөнә ҡайтарып ебәрелә. Ҡыҙ бала тулыһынса һауыҡҡан, үҙен бик һәйбәт тоя. 

Йылан саҡҡан ваҡытта баланың ата-әсәһе эштә була. 

 

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас