ПРОИШЕСТВИЯ
18 Август 2022, 05:45

Үҫмер йәйге лагерҙә ҡурҡыныс сир йоҡторған

Ата-әсәләре балаһы тәбиғәт ҡосағында  яҡшылап ял итеп, көс йыйып ҡайтһын тигән маҡсат менән ебәргәндәрҙер, тик хәҙер сир менән көрәшергә тура килә инде.

Үҫмер йәйге лагерҙә ҡурҡыныс сир йоҡторғанҮҫмер йәйге лагерҙә ҡурҡыныс сир йоҡторған
Үҫмер йәйге лагерҙә ҡурҡыныс сир йоҡторған

 

Стәрлетамаҡ районындағы “Салют” лагерында ял итеүсе 2006 йылғы баланың сысҡан биҙгәге менән ауырыуы асыҡланған.

15 августа Стәрлетамаҡ район бүлеге суд приставтары ҡарары менән СанПин нормларын боҙоу сәбәпле лагерҙы  15 тәүлеккә эштән туҡтатҡандар.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Суд приставтвр хеҙмәттәре хәбәр итеүенсә, Роспотребнадзорҙың Стәрлетамаҡ территориаль бүлеге эпидемиологик тикшереү үткәргәндән һуң, лагерь территорияһында кимереүселәрҙең рөхәст ителгән норманан артып китеүен асыҡлаған.

Ата-әсәләре балаһы тәбиғәт ҡосағында  яҡшылап ял итеп, көс йыйып ҡайтһын тигән маҡсат менән ебәргәндәрҙер, тик хәҙер сир менән көрәшергә тура килә инде.

 Сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцинация юҡ, шуға күрә унан хәүефһеҙлек сараларын күреп кенә һаҡланып була.

Шәхси таҙалыҡ ҡағиҙәләрен үтәү – ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙ һәм балалар өсөн дә иң яҡшы һаҡланыу сараһы. Йәғни ҡулды һәр ваҡыт һабынлап йыуырға, ялан ҡул сысҡандарға ҡағылмаҫҡа, ҡул йәрәхәтләнһә, яраһын шунда уҡ эшкәртергә кәрәк.

 Һыуҙы ҡайнатып ҡына эсергә, йәшелсә-емештәрҙе лә ашар алдынан ныҡлап йыуырға иренмәгеҙ.

Еүеш сепрәк менән саңды һөртөп тороп өйҙө лә таҙа тотоу мөһим.

 Ҡалала йәшәүселәр баҡса йорттарына барғанда бирсәткә һәм битлек кейергә онотмаһын.

Был ябай ғына ҡағиҙәләрҙе һәр саҡ иҫтә тотоу – сәләмәтлектең төп нигеҙе.

Фото: ФССП по РБ.

Источник:https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-15/v-letnem-lagere-bashkirii-dvoe-detey-zarazilis-myshinoy-lihoradkoy-2910412

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас