ПРОИШЕСТВИЯ
26 Август 2022, 05:56

Ветеранды үлтергән кешене тотҡандар

 Илеш районының Ҡәҙер ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын үлтереүҙәре тураһында яҙған инек.

Башҡортостан буйынса Тикшереү комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ветеранды үлтереүҙә элегерәк хөкөм ителгән 63 йәшлек ауылдашы шик аҫтына алынған.

Тикшереү версияһы буйынса, иртән ул 95 йәшлек күршеһенә инә һәм бурысҡа аҡса һорай башлай. Баш тартҡас, был кеше ветеранға бысаҡ менән ташлана, күп һанлы йәрәхәттәрҙән тегеһе шунда уҡ  үлә. Унан һуң енәйәтсе ветерандың йортон тентей, тапҡан аҡсаларҙы урлай һәм сығып ҡаса.

Хәҙерге ваҡытта шик аҫтындағы кеше ҡулға алынған, уның менән Башҡортостан буйынса Тикшереү комитеты тәйфтишселәре эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын үлтереүҙе тикшереү элеккесә үк ведомствоның үҙәк аппараты контролендә тора.
 
Һуңғы ете йылда ветеран яңғыҙы йәшәгән булған. Уның яҡшы ғына пенсия алыуын һәм аҡсаһын өйҙә тотоуын күптәр белгән. Әлеге кеше унан 8 мең һум бурысҡа һораған булған...
 
Үлтереүсегә 15 йыл төрмә янай. Мәкерле пландары булыу асыҡланһа, ғүмерлеккә ябып ҡуйыуҙары ихтимал.
 
Фото: башньюс
Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас