

Мәләүез районында полиция хеҙмәткәрҙәре 70 йәшлек ирҙең үлемен тикшерәләр.
Кисә 31 августа Айтуған ауылы кешеһе "Лада Гранта" автомобиле менән идара итеүҙе юғалтҡан. Автомобиль Ағиҙел йылғаһына баш түбән барып төшкән.
Авария һөҙөмтәһендә 70 йәшлек ир һәләк булған. Пассажир ҡатын автомобилдән үҙ аллы ярға сыға алған. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда фажиғәгә тиклем улар автомобиль хужаһы менән бергә спиртлы эсемлектәр эскәндәр.
Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара.
Водителдәр транспорт менән идара итеүгә яуаплы ҡарарға кәрәклеген онотмаһалар ине. Эскән килеш руль артына ултырыу тыйыла!
Сығанаҡ: Управление ГИБДД МВД по Республике Башкортостан