ПРОИШЕСТВИЯ
5 Сентябрь 2022, 09:45

Уттан һаҡ булайыҡ

Ут бер кемде лә аямай шул

Уттан һаҡ булайыҡУттан һаҡ булайыҡ
Уттан һаҡ булайыҡ

 

Ошо көндәрҙә Ейәнсура районының Таҙлар ауылында ла күп балалы ғаиләнең йортонда янғын сыҡҡан. Ғаилә имен булмағандарҙан һанала.

Бәхеткә күрә, янғын сыҡҡанда өйҙә берәү ҙә булмаған. Тик йорт менән бергә күрше-тирәләгеләрҙең дә ихата-ҡаралтыларына зыян килгән. 

Ә кисә янғын Туймазы районының Ҡандра ауылында булған. Ағас өй янып киткән. Бында бер кешенең ғүмере өҙөлгән.

 Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре  өйҙө һүндергәндә 48 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһен тапҡан. Әлеге ваҡытта тәфтиш-оператив группа тикшереү алып бара.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас