Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, августа Иҫәнғол ауылында гр. С. һәм гр. Х. эскән килеш ҡабатлап авто менән идара ителгәндә тотолғандар.
Иҙелбәк-Казанка юлында гр. К. тарафынан юл-транспорт фажиғәһе ҡылына, һөҙөмтәлә уның пассажиры гр. Б. һәләк була.
Эскән килеш автомобиль менән идара иткән водителдәргә яза ҡаты, беренсе тапҡыр эләккәндә - 30 мең һум, икенсе тапҡыр эләккәндә 250 мең һумға тиклем штраф һалыу һәм бер йылға иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Шулай уҡ ҡайһы бер вазифаларҙы биләү ике йылға тыйыла. Ә инде уның ғәйебе менән кеше һәләк булһа, төрмәгә ултырталар. Күреүебеҙсә, ауыҙға хужа булмауҙың - спиртлы эсемлектәр ҡулланғандан һуң рулгә ултырыуҙың хаҡы бик ҡиммәткә төшә, төҙәтелмәҫлек хаталарға алып килә.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Ғүмер бер генә бирелә!