Ейәнсура эске эштәр бүлегенең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 11 сентябрь төнөндә Үрге Һарыбил – Ҡыуандыҡ юлының 5-се километрында юл-транспорт ваҡиғаһы була. Руль артында гр. Ғ. булған Kia Cerato автомобиле юлда торған атҡа бәрелә, хайуан машина өҫтөнә менеп ята. Һөҙөмтәлә автомобиль ныҡ ҡына зыян күрә, уны ремонтлау өсөн 150 меңдән дә күберәк аҡса кәрәк буласаҡ.
Ярай тимерҙе төҙәтергә була, әл дә кешеләр зыян күрмәгән, ә кешеләр менән бер-бер хәл булһа?!
Был ваҡиғала кем ғәйепле һуң? Әлбиттә, аттарын иркен сығарып ебәргән хужалары. Ул аттар ҡатнашлығындағы авариялар һаны йыш ҡына булып тора.
Йорт хайуандары күпселектә юлға ҡараңғы мәлдә, йә кинәт йүгереп килеп сыға, водителдәр тормозға баҫҡан хәлдә лә, транспортты туҡтатып өлгөрә алмай ҡала.
Һөҙөмтәлә мал һәләк була, водителдәр яралана, транспорт оло зыян күрә. Ватылған машина өсөн мал хужалары түләнергә мәжбүр.
Шуға ла, зинһар, малығыҙҙы ҡарап ҡына йөрөтөгөҙ! Юлға сығып ҡазаландыра күрмәһен!
ФОТОЛАР: Ейәнсура эске эштәр бүлегенең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан.