Әбйәлил районының Буранғол ауылына айыу килеп, һыйырҙы йыҡҡан.
Тайыштабан һыйырҙы соҡор яһап күмгән, һуңынан ашап китер өсөн, күрәһең.
Көҙгә ингәндә мал-тыуар юғалтыу - ауыл кешеһе өсөн ҙур һынау.
Ә бына шул уҡ Әбйәлил районының Байым ауылы янында айыу кешене баҫтырған!
Байым менән Тайһары араһындағы бесәнлектән ике егет бесән ташығанда, айыу килеп сығып, береһен баҫтырған. Машинаға инеп, бесәнлектән ҡасып ҡотолған. Аттарҙа ла эше юҡ, мине баҫтыра, ти егет... Әсәһе улының имен-һау ҡотолғанына ҡыуанып бөтә алмай, башҡаларҙы ла иҫкәртә: "Ҡырға сыҡҡанда бик һаҡ булығыҙ!"