

21 сентябрҙә төнгө сәғәт беренселә Ишембай районында, Ишембай-Петровск-Красноусол автомобиль юлында, 31 йәшлек йәйәүлене билдәһеҙ водитель бәрҙеререп киткән. Махсус хеҙмәттәр саҡырыр урынға автомобиль хужаһы ваҡиға урынын ташлап киткән. Ауыр тән йәрәхәттәре алған йәйәүле вафат булған.
Әлеге ваҡытта водителде эҙләү бара. Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы ошо осраҡ буйынса ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булған кешеләрҙең полиция бүлегенә йәки Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының айырым батальонының дежур бүлегенә түбәндәге телефон һандары буйынса хәбәр итеүен һорай.
Телефон: 8 (347) 235-84-02.