

Бөгөн Дыуан районының Һарғамыш ауылынан 10 км алыҫлыҡта "Үҙәк" МТС-да тағылмалы "КамАЗ" йөк машинаһы янып киткән. Ут эргәләге баҫыуҙа ла 2 га тирәһе майҙанда таралған. Салауат һәм Дыуан районы янғын һүндереүселәре һәм урындағы ирекле янғын һүндереү командаһы утты һүндергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы йөк машинаһы тулыһынса янып бөткән. Шуныһы йыуата - кеше ҡорбандары юҡ. Йөк машинаһы водителе тарафынан янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлмәгән, уға ҡарата протокол төҙөлгән. Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара. Сығанаҡ: "На земле Салавата" төркөмө