5 октябрҙә кис көнө Өфөнөң Совет районы биләмәһендә билдәһеҙ ир Октябрь проспектындағы 5/2-се һәм Левченко урамындағы 4-се йорттар тирәһендә бәлиғ булмаған ҡыҙға ҡарата енәйәт ҡылған. Һуңынан уның кеҫә телефонын урлап ҡасҡан. Кисә баш ҡала мәктәптәре чаттарында ошондай мәғлүмәт таралды.
Ата-әсәләр балаларын кисен урамға сығармаһын, дәрестән һәм түңәрәктәрҙән һуң ҡаршы алһын, тип иҫкәртәләр мессенджерҙарҙа.
«Ата-әсәләр, зинһар, уяу булығыҙ! Совет районында маньяк йөрөй», тиелә хәбәрҙә.
Ирҙе Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 131-се статьяһы («көсләү») буйынса эҙләйҙәр. Ул 30-35 йәштәрҙә, уртаса кәүҙәле, буйы 170-175 сантиметр. Йылы спорт костюмы кейгән.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре белдереүенсә, был хәбәр дөрөҫ. Әлегә тулыраҡ мәғлүмәт юҡ.
❗ Был мәғлүмәтте мөмкин тиклем күберәк таратығыҙ! Уны тиҙ арала тоторға кәрәк!