ПРОИШЕСТВИЯ
24 Октябрь 2022, 05:40

15 йәшлек водителгә ҡарата бер нисә протокол төҙөлгән

Профилактик рейд барышында ҡасырға тырышҡан водителде тотҡандар

15 йәшлек водителгә ҡарата бер нисә протокол төҙөлгән15 йәшлек водителгә ҡарата бер нисә протокол төҙөлгән
15 йәшлек водителгә ҡарата бер нисә протокол төҙөлгән

Райондың юл хәүефһеҙлеге инспекторҙары профилактик рейдтар барышында эскән килеш рулгә ултырған 15 йәшлек үҫмерҙе тотҡан. 

Геологоразведка ауылында ВАЗ-2107 автомобилен туҡтатырға маташҡан инспекторҙарҙың талабын һанға һуҡмай, водитель ҡасырға тырышҡан.

Инспекторҙар туҡтатҡас, водителдең документтары булмай сыға. Яуаплылыҡтан ҡасып, үҫмер ағаһының мәғлүмәттәрен еткерә.

Спиртлы эсемлеккә тикшереү үткәс, прибор 0,579 мг/л күрһәтә.

Шулай ҙа үҫмер үҙенең кемлеген таныта һәм атаһының машинаһын рөхсәтһеҙ алыуын әйтә.

Бынан һуң ата-әсәһе саҡыртыла. Водителгә ҡарата бер нисә протокол төҙөлә. Материалдар бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ебәрелгән.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас