ПРОИШЕСТВИЯ
28 Октябрь 2022, 09:55

Үлгән кешенең автомобилендә йөрөргә яраймы?

“Тормош иптәшем мәрхүм булып ҡалды. Уның автомобиле ҡалды. Минең водитель таныҡлығым бар. Мин уны үҙемә яҙҙырғансы автомобилдә йөрөп тора аламмы?” Миләүшә Ш. Гәзит уҡыусыбыҙ һорауына Ейәнсура районының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы Илнур Басир улы Бакиров яуап бирә:

  • Әлбиттә, юҡ! Рәсми рәүештә автомобиль хужаһы булмай тороп мираҫҡа ҡалдырылған автомобилдә йөрөү рөхсәт ителмәй. Машина мираҫҡа ҡабул ителгәнсе, йәғни 6 ай үткәнсе, уның бөтөн документтары, шул иҫәптән автомобилдең теркәүе ғәмәлдән сыҡҡан тип иҫәпләнә.

Дәүләт номерҙары шулай уҡ розыскҡа бирелә һәм бындай автомобилдәрҙең хәрәкәте юл камералары, инспекторҙар тарафынан тарафынан эҙәрлекләнә. Хужаһы үлеп, теркәлеүе юҡҡа сыҡҡан транспорт сараһы менән идара иткән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған.

Беренсе тапҡыр эләккәндә 500-ҙән 800 һумға тиклем штраф яҙылырға мөмкин. Ҡабатлап был автомобиль руле артына ултырған гражданға 5000 һумлыҡ штраф һалына йәки ярты йылға тиклем автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан ҡолаҡ ҡаға.

Эске эштәр министрлығының административ регламенты буйынса, машинаны теркәүҙе туҡтатыу автоматик рәүештә 10 көн эсендә үтә. Юридик шәхес эшмәкәрлеген туҡтатҡан осраҡта ла ошо регламент ҡаралған. Йәғни машинаның бөтә документтарын да яңынан теркәү үтергә тейеш. Шулай уҡ әгәр водителдең ОСАГО полисы юҡ икән, регламент буйынса юл инспекторы машинаны эксплуатациялауҙы тыйыуға хоҡуҡлы. Хатта үлгән хужаның яҡын туғаны ОСАГО полисына яҙылған булыуы ла был автомобилде йөрөтөү хоҡуғы бирмәй. Машина хужаһы үлгән осраҡта, полис автомат рәүештә ғәмәлдән сыға – был эксплуатациялауҙы тыйыуға тағы бер нигеҙ.

Ғәмәлдән сығарылған теркәлеү бер нисек тә вариҫлыҡ хоҡуғына тәьҫир итмәй. Шул уҡ ваҡытта мираҫҡа инеү менән, мөмкин тиклем тиҙерәк машинаны юлларға кәрәк – ун көн эсендә ЮХХДИ-ҙың Район-ара теркәү-имтихан алыу бүлегенә шәхсән йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙегеҙ менән:

  • ғариза;
  • паспорт;
  • транспорт сараһына вариҫлыҡ хоҡуғы тураһында таныҡлыҡ;
  • ПТС һәм СТС;
  • яңы милексе исеменә эшләнелгән ОСАГО полисы;
  • дәүләт һалымын түләү тураһында квитанциялар булһын.

Үлгән кешенең туғаны вариҫлыҡҡа хоҡуғы тураһында таныҡлыҡ алыу менән автомобилдең яңы милексеһе тип һанала башлай, быны яңынан төҙөлгән һатып алыу-һатыу килешеүе төҙөүгә тиңләргә була. Әгәр милексе булыу тураһында таныҡлыҡ алдығыҙ икән, был көндән теркәлеүгә 10 көн иҫәпләргә кәрәк, бынан һуң ваҡытында иҫәпкә ҡуймаған өсөн штраф һалырға мөмкиндәр.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас