ПРОИШЕСТВИЯ
3 Ноябрь 2022, 06:45

Тағы ла юл фажиғәһе... Тағы ла ҡорбандар...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы фургон водителе һәләк булған.

Тағы ла юл фажиғәһе... Тағы ла ҡорбандар...Тағы ла юл фажиғәһе... Тағы ла ҡорбандар...
Тағы ла юл фажиғәһе... Тағы ла ҡорбандар...

Дәүләкән районында Шишмә-Аксен-Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлының 64-се километрында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. "Лада Ларгус" фургоны һәм ҡаршыға килгән "Мазда 6" автомобиле бәрелешкән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы фургон водителе һәләк булған. "Мазда 6" автомобиленең водителенә, уның өс пассажирына (шуларҙың икәүһе бәлиғ булмаған балалар) медицина ярҙамы талап ителгән.

Әлеге ваҡытта фажиғә урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа экстрен хеҙмәттәр эшләй. Юл һәләкәте сәбәптәре асыҡлана.
 

Фото: Управление ГИБДД МВД по РБ.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас