ПРОИШЕСТВИЯ
19 Ноябрь 2022, 07:58

Башҡортостан вахтовиктары менән автобус аварияға эләккән

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Башҡортостан вахтовиктары менән автобус аварияға эләккәнБашҡортостан вахтовиктары менән автобус аварияға эләккән
Башҡортостан вахтовиктары менән автобус аварияға эләккән

Хәбәр ителеүенсә, бөгөн, 19 ноябрҙә, MAN йөк машинаһы М-5 трассаһында пассажирҙар ултырған автобусҡа бәрелгән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы 1568-се саҡрымда - Эҫем һәм Әшә ҡалалары араһында 07:40-та теркәлгән. Йөк машинаһы Уссурийскиҙан - Мәскәүгә, ә автобус Башҡортостан яғынан хәрәкәт иткән. Вахта менән эшләгән 10 кеше хәүефле урында булған.

ЮХХДИ-ның яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, йөк автомобилдең 59 йәшлек водителе ҡаршы юлға сыҡҡан, һуңынан 50 йәшлек ир идара иткән ПАЗ автобусы менән бәрелешкән.

- Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә автобус пассажиры, 1961 йылғы ир ваҡиға урынында һәләк була, тағы ла 5 пассажир медицина учреждениеһына оҙатыла, - тип хәбәр иттеләр Силәбе өлкәһе буйынса ЮХХДИ-да.

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас