ПРОИШЕСТВИЯ
3 Март 2023, 07:50

Күршеләрҙә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде

Иртәнге туғыҙҙар тирәһендә Йылайыр районында ике автомобиль бәрелешкән 

Күршеләрҙә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлдеКүршеләрҙә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде
Күршеләрҙә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде

Магнитогорск-Ира автомобиль трассаһының 184-се километрында "УАЗ Патриот" һәм "Лада Ларгус" автомобилдәре бәрелешеүе һөҙөмтәһендә биш кеше йәрәхәтләнгән. 

Юл-транспорт ваҡиғаһында йәрәхәтләнгән ике водитель, "Ларгус"тың өс пассажиры дауаханаға оҙатылған.

Ваҡиға урынында  Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Әлегә хәлдең нисек булыуы асыҡлана.

 

Сығанаҡ:БР ЮХХДИ

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас