

Бөгөн төнгө сәғәт берҙәр тирәһендә Белорет районының Тирлән ҡасабаһында үлемесле авария булған. 2006-2008 йылғы бер төркөм үҫмерҙәр тейәлгән ВАЗ-2110 машинаһы УАЗ автомобиленә барып бәрелгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, руль артында ултырған 17 йәшлек үҫмер фажиғә урынында һәләк булған. Биш бала төрлө тән йәрәхәттәре алған. Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, уларҙың икәүһе 2008 йылғы, өсәүһе 2007 йылғы, автомобилдә өс ҡыҙ һәм ике егет булған. Уларҙың барыһы ла Белорет үҙәк районы дауаханаһына тикшереүгә ебәрелгән. 28 йәшлек УАЗ водителенең һаулығына зыян килтерелмәгән, ул айныҡ булған.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан прокуратураһы ла тикшереүҙе башлаған. Һәләк булған үҫмерҙең химик-токсикологик анализ өсөн ҡанын тикшерәсәктәр. Егеттең атаһы хәбәр итеүенсә ул автомобилде һорауһыҙ алып сығып киткән.