

Баҙал биҫтәһендә йәшәүсе Азамат Бәҙамшин әйтеүенсә, ер кисә төш мәлендә убылған.
– Төшкә ҡарай тышта ниндәйҙер гөрһөлдәгән тауыш ишетелгәндәй булды. Аптырап киттем. Бер аҙҙан ихатаға сығып ҡараһам, ни күҙем менән күрәйем, өйҙән 5-6 метр ситтәрәк соҡор хасил булған. Уның тәрәнлеге – биш метр тирәһе. Шау балсыҡлы ер ҡайҙа төшөп китеп юҡ булғандыр? Баҡса ҡапҡаһы бағаналары менән эленеп тороп ҡалған былай, һайғауына эләгеп, – тип һөйләгән ир урындағы район гәзитенә.