“Уттан кирбес мунса, гараж һәм ағас һарай зыян күргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мунсаны һүндергән саҡта унда 2020 йылғы ҡыҙ баланың кәүҙәһе табылды. Янғын һүндерелде”, – тиҙәр ведомствола.
Әлеге ваҡытта янғындың сәбәптәре асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм, тәүтикшереүсе һәм эксперттар эшләй. Шул уҡ ваҡытта прокуратура тикшереү башлаған.
Уларҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғында балалар ғәйепле. Уларға өс һәм биш йәш булған.
“Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 14.30 сәғәттә ата-әсәһеҙ ҡалған балалар портатив газ яндырғыс менән уйнаған. Һөҙөмтәлә бесән янып киткән һәм ут урам ҡаралтыларына күскән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм махсус хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеген яраштырыу өсөн ваҡиға урынына Саҡмағош районы прокуроры вазифаһын башҡарыусы Виталий Уваров сыҡты”, – тиелә унда.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.