"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
ПРОИШЕСТВИЯ
31 Октябрь 2023, 12:40

Балалар йөрөткән автобус аварияға осраған

Тәүге мәғлүмәттәр буйынса еңел машина ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм автобусҡа бәрелгән, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Балалар йөрөткән автобус аварияға осраған
Балалар йөрөткән автобус аварияға осраған

Бөгөн иртән Нефтекама ҡалаһы янында ике машина бәрелешкән.   Балаларҙы Краснокама районынан  Өфөгә алып барған авобус бәхетһеҙ хәлгә юлыҡҡан. Салондағы 10 баланың өсәүһе дауаханаға оҙатылған. Авария урынына икенсе автобус ебәрелгән.   Тәүге мәғлүмәттәр буйынса еңел машина ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм автобусҡа бәрелгән, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Еңел автомобилдә булған 4 кеше шулай уҡ дауаханаға мөрәжәғәт иткән.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: