Бөтә яңылыҡтар
ПРОИШЕСТВИЯ
29 Декабрь 2023, 10:17

Әсәһен яҡлашып, кеше үлтергән

Өфөлә әсәһен ҡыйырһытҡан кешенең ғүмерен ҡыйған ирҙе хөкөм иттеләр.

Әсәһен яҡлашып, кеше үлтергән
Әсәһен яҡлашып, кеше үлтергән

 

Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, 2023 йылдың 19 сентябрендә төндә 24 йәшлек ғәйепләнеүсе иҫерек килеш әсәһенең йорто эргәһенән үтеп барғанда, унда һуңғы ваҡытта йыш ҡына әсәһе янына килеп, унан аҡса таптырған, скандалдар ойошторған, туҡмаған 56 йәшлек ирҙең булыуын күрә. Ғәйепләнеүсе ирҙе әсәһенең йортонан ҡыуып сығара, туҡмай. Тән йәрәхәттәре алған ир урында уҡ үлә. Был эштән һуң, енәйәтсе ҡаса, әммә ваҡиға урынында ҡалдырған курткаһын алырға килгәндә, полиция тарафынан тотола.

Суд ирҙе ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 8 йылға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм итә. Хөкөм ҡарары законлы көсөнә әле инмәгән.

Источник: Следком РБ

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: