Ҡәҙерле дуҫтар, һөйөнсө! Күптәр түҙемһеҙләнеп көтөп алған ташламалы хаҡ менән матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө башланды. Ул 16 майҙан 26-һына тиклем дауам итә.
Өлгөрҙәр үҙҙәре лә яҙылып, дуҫтарына, мохтаждарға бүләк тә итә ала. Мәҫәлән, Иҫәнғолдан гәзит уҡыусыбыҙ Марат Түләбаев социаль приютҡа «Ейәнсура таңдары» гәзитен уҡып барыу ҡыуанысын бүләк итте. Изге Рамаҙан айында бик шәп ғәмәл был. Башҡа гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа был миҫалды үрнәк итеп алыр, моғайын.
Тағы ла шуны әйтмәксебеҙ: «Ейәнсура таңдары»на яҙылып, бына тигән бүләк тә ота алаһығыҙ. Бының өсөн яратҡан баҫмағыҙға алты айға яҙылырға ла квитанция күсермәһен редакцияға ебәрергә генә кәрәк. Хәбәр итеүебеҙсә, тәүге бүләк уйнатыу 20 май, дүшәмбе көндө сәғәт 15.00-дә була.
Шулай итеп, ун көнлөк осоронда баҫмабыҙға 6 айға почта аша – 812 һум 34 тингә; редакциянан үҙең килеп алыу шарты менән – 498 һумға яҙылырға мөмкин. Электрон вариантына яҙылыу хаҡы ла арзанайҙы: 6 айға ул 498 һум тәшкил итә.
Гәзиткә яҙылыу йәһәтенән ҡытыршылыҡтар булһа, 2-15-26 телефоны буйынса беҙгә шылтыратығыҙ, ярҙам итербеҙ.