Бөтә яңылыҡтар
Реклама
23 Май 2019, 11:25

Смартфон отҡоң киләме?

«Ейәнсура таңдары», матур йолаға ингәнсә, гәзитебеҙгә яҙылғандар араһында бүләк уйнатыуҙы дауам итә. Алдан хәбәр иткәнебеҙсә, 20 майҙа 2019 йылдың икенсе яртыһына яҙылғандар араһында тәүге бүләк уйнатыу үтте.

Смартфон отҡоң киләме?

«Ейәнсура таңдары», матур йолаға ингәнсә, гәзитебеҙгә яҙылғандар араһында бүләк уйнатыуҙы дауам итә. Алдан хәбәр иткәнебеҙсә, 20 майҙа 2019 йылдың икенсе яртыһына яҙылғандар араһында тәүге бүләк уйнатыу үтте.

Махсус ҡумтала 34 квитанция йыйылғайны. Иҫәнғол ауылында йәшәгән гәзит уҡыусыбыҙ Мкәрәмә Мырҙабулатова ярҙамында бүләктәр түбәндәге гәзит уҡыусыларға: балалар пледы – Луиза Сәлиховаға (Самаҙы, Кооператив урамы), шахматтар – А. Ҡәҙерғоловаға (Иҫәнғол, Октябрҙең 60 йыллығы), сәй йыйылмаһы – Көнһылыу Әбизоваға (Сирғол, Үҙәк урам), 26 майҙа үтәсәк циркка саҡырыу – Динә Атнағоловаға (Күгәрсен, Йәштәр урамы), Миңзәлә Ҡәҙерғоловаға (Иҫәнғол, Рутчин урамы) һәм Р. Ғәлимоваға (Бикбау, Үҙәк урам) юллана. Ҡотлайбыҙ! Бүләктәрегеҙҙе эш көндәрендә редакциянан килеп алығыҙ. Ә саҡырыу ҡағыҙҙары буйынса шәмбе көн 89272377396 телефонына шылтыратыуығыҙ һорала.

Редакцияла ҡуйылған махсус ҡумтала иһә квитанциялар көн дә арта бара. Әгәр һеҙ яҙылырға өлгрмәгәнһегеҙ икән – ашығығыҙ! Квитанция күсермәләрен килтереүселәр, йә төркөмгә ебәреүселәр араһында киләһе бүләк уйнатыу 27 майҙа буласаҡ. Тағы ла шәп яңылыҡ –

Һабантуйҙа беҙҙең иң даланлы гәзит уҡыусыны СМАРТФОН көтә!

Яҙылығыҙ, отоғоҙ һәм уҡығыҙ!

Редакция.
Читайте нас: