Һанлы, йоҡа, кристаллы, үҙе еңел генә
ТЕЛЕВИЗОР отҡоң киләме? Улайһа, ашыҡ!
«Ейәнсура таңдары» гәзите редакцияһы үҙ уҡыусыларын шәп бүләктәр менән ҡыуандырыуын дауам итә
2019 йылдың икенсе яртыһына гәзиткә яҙылыусылар араһында «Аҙна һайын бүләк» акцияһы үткәреп, төрлө бүләктәр менән шатландырһа, Һабантуйҙа смартфон уйнатылды. Һөйөнсөләргә ашығабыҙ: икенсе ярты йыллыҡта ла «Ейәнсура таңдары» менән ҡалған тоғро дуҫтарыбыҙҙы тағы ла шәберәк бүләктәр көтә. Ир-егеттәрҙе – асҡыстар йыйылмаһы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы фен, спираль рәүешендәге плойка кеүек кәрәк-яраҡтар ҡыҙыҡтырыр, тип өмөтләнәбеҙ. Ә һанлы, кристаллы, үҙе йоҡа һәм еңел генә телевизор һәр кемгә шәп бүләк буласаҡ. Өҫтәүенә бына-бына һанлы телевидениеға күсәбеҙ, тип торғанда. Ә телевизорлы булыу мөмкинлеге барлыҡ гәзит уҡыусыларыбыҙ өсөн дә бер иш: ни бары 2019 йылдың икенсе яртыһына «Ейәнсура таңдары» гәзитенә 6 айға яҙылырға ла квитанция күсермәһен редакцияға ебәрергә йә 1-се ҡатта ингәс тә урынлаштырылған махсус ҡумтаға төшөрөргә генә кәрәк. Гәзиткә яҙылыуҙа ҡытыршылыҡтар булһа, 2-15-26 телефонына шылтыратығыҙ!
6 айға яҙылыу хаҡы – 902 һум 64 тин.
Хәбәр итеүебеҙсә, Ейәнсура мәғлүмәт үҙәге «Ейәнсура таңдары» һәм «Зианчуринские зори» район гәзиттәрен таратыуҙа уңғанлыҡ, әүҙемлек күрһәткән почтальондарыбыҙҙы дәртләндереү маҡсатында конкурс үткәрә. «Иң яҡшы почтальон» бәйгеһе 30 июнгә ҡәҙәр дауам итә. Еңеүселәрҙе билдәләү өсөн төп талап – икенсе ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылыусылар һаны тәүгеһенән күберәк булырға тейеш. Ҡайһы почтальондың күрһәткесе иң яҡшыһы – ул еңеүсе! Еңеүселәрҙе аҡсалата премия көтә!