Бөтә яңылыҡтар
Реклама
13 Декабрь 2019, 12:07

Беҙҙең менән ҡалығыҙ!

Төп приз - БЕНЗОБЫСҠЫ Ҡәҙерле дуҫтар! Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланырға ла бик аҙ ваҡыт ҡалды. Алдағы йылда ла таңдарҙы «Таңдар» менән аттырыр өсөн гәзиткә яҙылырға ашығығыҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Ҡәҙерле дуҫтар! Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланырға ла бик аҙ ваҡыт ҡалды. Алдағы йылда ла таңдарҙы «Таңдар» менән аттырыр өсөн гәзиткә яҙылырға ашығығыҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! 2020 йылдың тәүге яртыһына «Ейәнсура таңдары» гәзитенә яҙылыусылар араһында Яңы йыл каникулынан һуң ғәҙәттәгесә бүләктәр уйнатыласаҡ. Ярты йыл буйы район гәзитен уҡып бер кинәнһәгеҙ, шул уҡ ваҡытта хәтәр генә приз отоу мөмкинлеге лә бар. Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн гәзиткә яҙылырға ла, квитанция күсермәһен редакциялағы махсус ҡумтаға төшөрөргә кәрәк.
2020 йылға «Ейәнсура таңдары» гәзитенә яҙылыу хаҡы: 1 йылға – 1761 һум 22 тин; 6 айға – 959 һум 82 тин. Шулай уҡ редакцияла ла яҙылырға мөмкин.
Ә райондан ситкә киткәндәр, ҡырҙа йәшәүселәр гәзитебеҙҙең электрон версияһына яҙыла ала. Әлегә тик­лем баҫмабыҙҙы ошо ысул менән алдырып уҡығандар гәзиттең һуңламай, һандары юғалмай килеүен, йәғни уңайлы булыуын әйтә. Артабан да «Ейәнсура таңдары»нан айырылмаһағыҙ ине. Гәзиткә яҙылыуҙың ошондай юлы барлығы хаҡында таныштарығыҙға ла еткерегеҙ.
Электрон версия: бер айға – 91 һум; ярты йылға – 546 һум.
Бындай ысулдың уңайлы яҡтары:
Аҡсаңды экономиялайһың. Электрон версия ҡағыҙҙа баҫылған гәзиткә ҡарағанда күпкә осһоҙораҡ.
Ҡәҙимге почтанан тиҙерәк килеп етә. Интернеттағы йәшнигегеҙгә һалынған электрон гәзитте ҡағыҙ версияһы сығырҙан бер көн алдараҡ (киске сәғәт 9-10-дарҙа) уҡыясаҡһығыҙ.
Урын биләмәй. Электрон почтаға килгән гәзит аҙаҡ өҫтәлдәрегеҙҙә, шкафтарығыҙҙа, иҙәндәрегеҙҙә буталып ятыу менән янамай. Уны Интернеттан компьютерығыҙға күсереп һалмайынса ғына уҡырға ла мөмкин.
Туҙмай. Электрон гәзит бер ваҡытта ла иҫкермәй, төҫ юғалтмай, йыртылмай, бысранмай, бысратмай.
Нервыларығыҙҙы һаҡлай. Гәзиттең ниндәйҙер һаны юғалыр, урланыр тип ҡурҡмайһығыҙ, сөнки электрон һандыҡ үҙегеҙ генә белгән пароль ярҙамында һаҡлана.
Һеҙҙе үҙе эҙләп таба. Ниндәйҙер сит өлкәгә йәки илгә сәфәргә сығып киттегеҙ, ти. Ә унда почта хеҙмәте булмаһа, хат һәм гәзит-журнал ташыусылар бөтөнләй эшләмәһә? Йә бер-нисә көнгә һуңлатып таратһалар? Ҡурҡмағыҙ, һеҙҙең өсөн Интернет менән бәйләнеш булыуы ғына шарт. Район яңылыҡтарын «Ейәнсура таңдары» гәзитенең электрон версияһы аша белеп торорһоғоҙ.
Электрон гәзит ҡағыҙҙағы «туған»ынан йөкмәткеһе һәм биҙәлеше буйынса тамсы ла айырылмай. Рәхәтләнеп уҡығыҙ!
PDF версияһына яҙылыу өсөн баҫығыҙ: https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/
Читайте нас: