Тәүге ҡоймаҡ төйөрһөҙ булды
Сибай ҡалаһында былтыр декабрҙә экологик хәл тураһында ишетмәгән кеше ҡалмағандыр. Шуға күрә ил кимәлендә үтәсәк I Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына саҡырыу алғас, бер аҙ күңелгә шом төштө. Ә был сарала сит ил актеры Стивен Сигал, сит илдәр: Колумбия, Малайзия, Ангола, Һиндостан, Афғанстандан волонтерҙар, шулай уҡ донъяның 11 иленән (Франция, Төркиә, Ҡаҙағстан) бизнесмендар киләсәге тураһында ишеткәс, ҡурҡыу тойғоһо ҡул менән һыпырып алған кеүек булды. Һабантуйҙың төп маҡсаты – региондың иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтеү, башҡорт ерҙәренә инвесторҙар йәлеп итеп, яңы предприятиелар, эш урындары булдырыу.
Сараны тантаналы асыуҙа республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Андрей Назаров һәм Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева ҡатнашты.
– Форумдың маҡсаты: Сибайҙың ғына түгел, ә күпселек Урал аръяғы райондарының иҡтисады яңы һулыш алһын, эшләһен, яңы эш урындары асылһын өсөн беҙ инвесторҙарға бөтә мөмкинлектәребеҙҙе күрһәтергә тейешлебеҙ. Беҙ бөгөн был йүнәлештә тәүге аҙымыбыҙҙы яһайбыҙ. Бөтәбеҙгә лә уңыш теләйем. Шәхсән ышаныс белдерәмен, беҙҙең килеп сығасаҡ, – тине Радий Фәрит улы сығышында. – Сибайға декабрҙән бирле алтынсыға киләм, сөнки уның киләсәге, экологик хәле өсөн бик борсолдоҡ. Сибай халҡына сабырлыҡтары, ярҙамдары, уларҙың был проблемаларҙы хәл итеүҙә түҙемлек күрһәткәндәре өсөн баш эйәм. Беҙҙең бөтәһе лә килеп сыҡты, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ.”
Эшлекле форумда бөтәһе һигеҙ майҙан эшләне. Уларҙың бары¬һында ла Рәсәйҙең билдәле спикерҙары ҡатнашты. Миңә шәхсән
“Экология 2.0. Инвестиция үҫеше өсөн глобаль саҡырыуҙар һәм ҡеүәт” тип аталған майҙансыҡта ҡатнашыу бәхете тейҙе. Унда төп мәсьәлә – тирә-яҡ мө¬хитте һаҡлау һәм экологик хәүефһеҙ¬лекте тәьмин итеү, ҡалдыҡтарҙы рекультивациялау проблемалары, шулай уҡ сүп-сар сығарған өсөн өлкәндәр һәм балалар өсөн айырым хаҡ ҡуйыу, тикшереү органдарының эшен көйләү темаһы ҡаралды.
Ә төштән һуң уҙғарылған “Медиа һәм йәмғиәт. Төбәккә инвестициялар йәлеп итеүгә матбуғаттың йоғонтоһо” тип аталған майҙансыҡта Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов, тележурналист, публицист Азамат Сәйетов һәм халыҡ-ара эксперт, Франция ҡунағы Рашеди Жюльендарҙың сығыштары тыңланыҡ, фекер алышыуға беҙҙең район хәбәрселәре менән бер рәттән Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Күгәрсен, Хәйбулла райондары матбуғат хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды.
Спикерҙар фекеренсә, инвесторҙар төбәк хаҡында тәү сиратта матбуғатта баҫылған мәҡәләләргә ҡарап фекер йөрөтә. Шуға күрә һәр һүҙ, һәр мәҡәлә ниндәйҙер кимәлдә инвесторҙы йәлеп итеүҙә йәки, киреһенсә, уны ситкә этәреүҙә ҙур роль уйнай. Шуға күрә беҙгә, матбуғат өлкәһендә эшләүселәргә, был йәһәттән заман менән бергә барырға, инвесторҙарҙы йәлеп итеүҙә мөмкин тиклем ярҙам итеү бурысы ҡуйылды.
Форум сиктәрендә 900 миллион һумдан ашыуға иҫәпләнгән өс инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды, был проекттар алты тиҫтә өҫтәмә эш урыны асыр тип көтөлә. Бынан тыш 68 миллиард һумға иҫәпләнгән ниәт килешеүҙәре лә ҡабул ителде. Һәр район, ҡала етәкселеге яңы бәйләнештәр булдырыу, инвесторҙар табыу яғын ҡараны бөрйәндәр туризмды үҫтереү мөмкинлектәрен эҙләһә, сибайҙар Төйәләҫ буйында ҡымыҙ киптереү цехы буйынса ниәт килешеүе төҙөнө. Форум үтте, әлбиттә, аҙағы һөҙөмтәле булыр тип ышанғы килә. Инде проекттарҙың ҡағыҙҙа ғына ҡалмауы, тормошҡа ашыуы төп маҡсат.
Инвестһабантуйҙа Урал аръяғы райондары тарафынан тәҡдим ителгән күргәҙмәлек бөтәһенең дә иғтибарын йәлеп итте. Бигерәк тә ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы янындағы самауыр күргәҙмәһе янында халыҡ күп булды. Бында Сибай һәм Учалы музейҙарынан коллекциялар, Игорь Филиппов, Венера Йәнбәкова, Сафа Ишмөхәмәтов һәм башҡаларҙың шәхси самауырҙары урын алған ине. Араларынан иң боронғоһо – 1850 йылғы. Ул – Учалы районынан Игорь Филипповтыҡы. Дөйөм алғанда, күргәҙмәгә 70-тән ашыу экспонат ҡуйылған. Ейәнсураның даны – шәлдәр күргәҙмәһенен ҡарап, һоҡланыусылар ҙа, уларҙы һатып алырға теләүселәр ҙә бихисап булды.
Шулай ҙа иң ҙур бүләктәрҙең береһе – билдәле Голливуд актеры һәм режиссеры, көрәш сәнғәте төрө оҫтаһы, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Рәсәй-Америка гуманитар элемтәләре мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Стивен Сигалдың килеүе булғандыр.
Кис көнө Сибай йәнә йыр-моңға күмелде. Бында республиканың иң сағыу эстрада йондоҙҙары, “Пицца”, “Ҡурайсы”, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө һәм башҡа артистар ҡала халҡына матур концерт бүләк итте.
I Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы иҫтәлеге итеп ҡаланың Үҙәк майҙаны сәхнәһе ҡаршыһында плитә һалынды. Матур йолаға әйләнәсәк эшлекле форум киләһе йыл тағы Сибай ҡалаһында уҙасаҡ, ә һабантуй урыны итеп Баймаҡ районы һайланды.
Ә экологик хәл яғына килгәндә, ҡалала бер ниндәй ҙә еҫ сыҡмай, был йәһәттән Сибай халҡы өсөн күңел тынысланып, ҡайтыу яғына йүнәлдек.