18 октябрҙә “Ейәнсура таңдары” гәзите редакцияһында әүҙем йәмәғәтселәр йыйылышып, район кимәлендә исемле премия булдырыу, Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан сығарылған “Иңдәрендә – ил яҙмышы” китабын дауам итеү, райондың энциклопедияһын булдырыу һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең район йәмғиәтен төҙөү тураһында һөйләште.
Сарала район башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Тәлғәт Аҡбутин, райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Миҙхәт Аҫылбаев, ветерандар советы рәйесе Нәзирә Кәримова, иң актив йәмәғәтселәребеҙ Марат Түләбаев, Юлай Аҡбашев, Өфөләге яҡташтар берлеге ағзаһы Юлай Солтанбаев һәм редакция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Ултырышты “Ейәнсура таңдары” гәзите мөхәррире Фариза Сәфәрғәлина алып барҙы.
Тәүге мәсьәлә – район кимәлендә урындағы ижадсыларҙы, яҙышыусы әүҙем авторҙарҙы дәртләндереү өсөн исемле премия булдырыу тураһында төрлө фекерҙәр булды. Бөтәһе лә “премия кәрәк, сөнки башҡа райондарҙа күптәнән булдырылған”, тип тәҡдимде хупланы. Мәҫәлән, Күгәрсендә – Зәйнәб Биишева, Әбйәлилдә Ким Әхмәтйәнов, Рамазан Өмөтбаев, Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев, Баймаҡта Юлай Мәҡсүтов исемендәге премиялар бар.
Тәлғәт Буранбай улы китаптың ҡабалан сығарылыуын, етешһеҙлектәре лә булыуын һәм биҙәлеше яғынан сифаты ҡайтышыраҡ, ә йөкмәткеһе буйынса һүҙ тейҙерерлек түгел икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды:
– Хәҙер Еңеүҙең 75 йыллығына район буйынса 40-60-сы йылдар арауығындағы шәхестәрҙе туплап, тулыраҡ итеп сығарырға кәрәк. Материалдар бар, тәртипкә һалырға уларҙы. Был китап “Ейәнсура таңдары” гәзите хеҙмәткәрҙәре, Марат Сәйфулла улы, Юлай Вәли улы, Миҙхәт Хаммат улының тырышлығы менән, дөйөм көс ярҙамында сығарылды. Хәҙер тәжрибә бар. 75 йыллыҡҡа өлгөрөргә тейешбеҙ. Әлбиттә, һуғышта ҡатнашҡан бөтә кеше хаҡында ла мәғлүмәт йыйып китапҡа индереү мөмкин түгел, шулай ҙа тырышыр кәрәк. Әле һуғыш ветераны Ғәли Моратовтың исемен мәңгеләштереүҙе Булат ағай Аҡманов юллап йөрөй, бер ҡайҙа ла исеме юҡ икән”.
Марат Сәйфулла улы 40-60-сы йылдарға Советтар Союзы Геройҙарын, хәрби ордендар кавалерҙарын индерергә тәҡдим итте.
Китап өсөн материалдарҙы тиҙ арала туплау маҡсатында “Ейәнсура таңдары” гәзитендә конкурс иғлан итергә, “Бәйләнештә” сайтында айырым төркөм булдырырға, ауыл биләмәләренә урындарҙа электрон вариантта әҙерләп, шунда һалып барырға тәҡдим ителде.
Юлай Сафа улының был эш энциклопедияның бер өлөшө, шуға күрә, ныҡлап энциклопедияға тотонһаҡ яҡшы булмаҫмы икән, тигән кәңәшенә, йыйылыусылар тәүҙә 40-60-сы йылдарҙы эшләргә, ә энциклопедия менән ҡабаланмаҫҡа, һуңынан йыйылған материалдарҙан да әҙерләп эшләп була, тигән һығымта сығарҙы.
Шулай итеп китапты дауам итеү буйынса координатор итеп Юлай Аҡбашев билдәләнде, ә составына биш кеше: М.Аҫылбаев, М. Түләбаев, Ю. Солтанбаев, Н. Кәримованы индерергә килешелде.
Район тураһында энциклопедия сығарыу мәсьәләһе көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Унда шәхестәр тураһында ғына түгел, ә үҫемлектәр донъяһы, хайуан-йәнлектәр ҙә индереләсәк, шулай уҡ райондың социаль-иҡтисади яҡтары ла яҡтыртылырға тейеш. Төрлө фекерҙәр яңғыраны: киләһе йыл билдәләнәсәк райондың 90 йыллыҡ юбилейына өлгөртөргә кәрәк; өлгөртөп булмаҫ, шуға күрә әлегә китап ҡына итеп сығарып торайыҡ һ.б.
Юлай Вәли улы Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары энциклопедияларының эстәлеге менән таныштырҙы, төҙөү өсөн күпме ваҡыт киткән, нисә биттән тора, күпме мәҡәлә ингән уларға – бөтәһе тураһында ентекләп һөйләне. Юлай Сафа улы, был осраҡта энциклопедияны төҙөү-төҙөмәү тураһында һүҙ барырға тейеш түгел, ә еренә еткереп, юғары кимәлдә эшләргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Шулай итеп, күмәкләшеп һөйләшеүҙән һуң, Еңеүҙең 75 йыллығына китаптың икенсе өлөшөн сығарһаҡ, райондың 90 йыллығына өсөнсө өлөшөн әҙерләп өлгөртөргә була тип килешелде. Ә унан йыйылған материалдар буйынса энциклопедияны эшләүе ҡыйын булмаҫтыр, тигән һығымта сығарылды. Энциклопедияны әҙерләүҙе, иң тәүҙә ойоштороу эштәренән башларға, ә уның өсөн район хакимиәтенең ҡарары булырға һәм ул комиссия составы тарафынан раҫланырға, ә редакцион коллегияның башында район етәксеһе торорға тейешле. Редколлегия составына райондағы ғына түгел, ә ҡырҙағы үҙебеҙҙең район кешеләрен дә индерергә кәрәк: архив хеҙмәткәре Рәйес Ҡотошов, тарихсы Азамат Аҡъюлов, журналист Артур Дәүләтбәков һ.б. Шулай уҡ Өфөнән аласаҡ материалдар өсөн түләү кәрәклеген дә әйтеп, бәлки, махсус фонд булдырыу маҡсатҡа ярашлы булыр ине, тигән фекерҙәр ҙә яңғыраны.
Тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең йәмғиәтен төҙөү өсөн район конференцияһы үткәреү кәрәклеге билдәләнде. Уға әҙерлек эштәрен башҡарыу өсөн Миҙхәт Аҫылбаев етәкселегендә ойоштороу комитеты төҙөлдө.