Оҫта итеп уҡ атыу техникаһына өйрәнгең, башҡорт милли костюмдары тарихын һәм уларҙың үҙенсәлектәрен белгең киләме?
Тик 16-17 ноябрҙә генә Абзан, Иҫәнғол ауылдарында БашСеминар уҙғарыла. Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығына бағышланған күсмә семинар 2020 йылда уҙасаҡ Бөтә Донъя фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә үтәсәк.
Программала:
1. Теоретик өлөш. Көньяҡ башҡорттарының милли костюмдары тарихы.
2. Баш кейемдәре һәм күкрәк биҙәүестәрен әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе.
3. Уҡ атыу техникаһы буйынса оҫталыҡ дәресе.
Рәхим итегеҙ!