7 февралдә Арсен мәҙәниәт йортонда Һаҡмар ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙең дөйөм йыйылышы үтте. Унда Һаҡмар ауыл Советы хакимиәтенең 2019 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды, ағымдағы йылға бурыстар ҡуйылды. Сарала район башлығы Дәмин Марат улы Юланов, муниципаль район Советы депутаты, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Денис Александрович Ғәбәүетдинов һәм ауыл биләмәһендә урынлашҡан ойошма етәкселәре, биләмә ауылдары халҡы ҡатнашты.
Йыйылышты, халыҡ ышаныс белдереп, күптән түгел һайлап ҡуйылған ауыл биләмәһе башлығы Наил Сәмиғулла улы Яҡшығолов алып барҙы һәм иң тәүҙә уның сығышы тыңланылды. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, биләмә өс ауылдан тороп, уларҙа йәмғеһе 815 кеше йәшәй: Арсенда – 562, Һаҡмар совхозының 3-сө фермаһында – 174, Тирәклелә – 79 кеше. Демографик хәл-торошҡа килгәндә, 6 бала тыуған; 16 кеше үлгән, шуларҙың дүртәүе пенсияға сыҡмаған. Биләмәлә 125 бала, 156 кеше хаҡлы ялда, эшкә яраҡлы йәштәгеләрҙең 256-һе эшләй. Үткән йылда ике ғаилә үҙҙәренең 50 йыл бергә йәшәүен билдәләгән: Ғилметдин һәм Фәниә Усмановтар, Владимир һәм Валентина Адушевтар. 17 күп балалы, 2 социаль яҡтан насар ғаилә, ауыр тормош хәлендә ҡалған 5 ғаилә бар.
Биләмә ауылдарында бөтәһе 276 йорт булып, уларҙа 806 һыйыр малы, шул иҫәптән 312 һыйыр аҫырала. Ваҡ мал – 858 баш, ҡош-ҡорт – 1089, аттар – 51. Алты ауыл хужалығы ойошмаһы эшмәкәрлек алып бара: “Арсен” ЯСЙ-һы, Л. Бикбаеваның КФХ-һы, А. Иманаевтың КФХ-һы, И. Ситиновтың КФХ-һы, шулай уҡ ШЭ Л. Дергачева һәм ШЭ Ш. Яҡшығолов.
Һаҡмар ауыл биләмәһендә Арсен урта дөйөм белем биреү мәктәбе, “Дюймовочка” балалар баҡсаһы, мәктәп яны интернаты, өс мәҙәниәт усағы: Арсен культура йорто, Назар ауыл клубы һәм Арсен моделле китапханаһы, тағы өс һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы: Арсен ауыл табиплыҡ амбулаторияһы, 3-сө ферма һәм Тирәкле ФАП-ы, шулай уҡ “Рәсәй Почтаһы” эшмәкәрлек итә. Ауыл халҡына кәрәкле әйберҙәр һатып алыу өсөн сауҙа нөктәләре лә бар: Арсенда РайПО һәм ике шәхси, 3-сө фермала РайПо магазиндары бар, Тирәклеләр ундай бәхеттән мәхрүм.
Наил Сәмиғулла улы биләмә бюджетына ентекле яҡтыртып китте. 2019 йылда сығымдар 3 278 458 һумлыҡ булған, юл сығымдары – 341 000 һумлыҡ: ҡышҡы осорҙа юлдарҙы таҙартыу – 173 898 һум, Арсен ауылының Клуб урамына 160 000 һумлыҡ ҡом-таш түшәлгән, дизель яғыулыҡҡа 7101 һум аҡса киткән. Биләмәне төҙөкләндереү буйынса 373 206 һумлыҡ эш башҡарылған, шуларҙың 60 000 һумы – урамдарҙы яҡтыртыуға, төҙөлөш материалдарына – 236 700 һум, Арсендағы Еңеү паркын төҙөкләндереүгә – 76 506 һум тотонолған. Газ менән тәьмин итеү схемаһына 30 980 һум, Тирәкле һәм 3-сө ферма ауылдарының ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын рекультивациялауға – 119 416 һум, район һабантуйына һәм “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”ға – 62 720 һум, хәрби учетҡа ҡуйыуға 75 825, 41 һум бүленгән.
Уҙған йылда “Реаль эштәр” программаһы сиктәрендә Арсен ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы Еңеү паркының ингән ере алыштырылған. 2020 йылда ла бындай программаларҙа ҡатнашырға уйлайҙар. Ноябрҙә йыйылыш уҙғарылып, Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашып, Арсен ауыл мәҙәниәт йортоноң тамашасылар залындағы ултырғыстарын алыштырырға уйлайҙар. Бының өсөн, әлбиттә, ауыл халҡының аңлап эш итеүе кәрәк, был проектта ҡатнашыу өсөн дөйөм алғанда, спонсорҙарҙы ла йәлеп итеп, 103 600 һум аҡса йыйырға тейештәр, ә эштең дөйөм суммаһы, проект документацияһы буйынса, 700 000 һумға төшәсәк. Тағы ла “Реаль эштәр”ҙә ҡатнашып, клубтың ингән ерен матурлап эшләргә ниәтләйҙәр. Шишмәләрҙе төҙөкләндереү конкурсы сиктәрендә быйыл Ҡаҫмарт йылғаһы янындағы “Көмөш тояҡ” шишмәһенең башын матурлаясаҡтар.
Бында ла берәҙәк эттәр проблемаһы киҫкен тора. Биләмә башлығы: “Улар беҙҙеке. Бер ҡайҙан да килеп сыҡмаған. Административ штрафтар күләме 1000-дән 2000 һумға тиклем, хужалар администртаив яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ”, – тип белдереп, эттәрҙе бәйҙә тоторға саҡырҙы. Тағы ла биләмәгә янғын хәүефһеҙлеге өсөн һыу йыйырға һауыт кәрәк.
2021 йылда Арсен ауылы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тула, шуға Наил Сәмиғулла улы Дәмин Марат улына Ауыл хакимиәте бинаһына – капремонт, 3-сө ферма ауылы ФАП-ына – ремонт, РайПО етәксеһе Илдар Дәминевҡа – Арсендағы магазинға ремонт, ә Денис Александровичҡа Һаҡмар фельдшерлыҡ амбулаторияһы бинаһына ремонт һәм тирә-яғын кәртәләүҙә ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте.