Бөтә яңылыҡтар
Семинарҙар, кәңәшмәләр
1 Ғинуар 2021, 02:00

ЙӘМҒИӘТТӘ ИММУНИТЕТ БУЛДЫРЫРҒА

Был тормошта беҙҙе төрлө хәүефтәр һәм ымһындырғыс нәмәләр һағалап тора. Шуларҙың иң ҡурҡынысы һәм үлемеслеһе – наркомания.

Был тормошта беґґе тµрлµ хє‰ефтєр ћєм ымћындырѓыс нємєлєр ћаѓалап тора. Шуларґыњ ињ љурљынысы ћєм ‰лемеслеће – наркомания. Ул Ер шарының барлыҡ илдәренә йоҡҡан мәкерле сир. Кешелек уға ҡаршы көрәштә һөҙөмтәле ысулдар табырға тырыша. Белгестәр был йәһәттән профилактика сараларының әһәмиәтле роль уйнауын билдәләй.

Район хакимиәтенең наркотиктарға ҡаршы комиссияһы ултырышында ла ошо хаҡта һүҙ барҙы. Унда хоҡуҡ һаҡлау, күҙәтеү органдары, хакимиәт бүлектәре етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һ.б. ҡатнашты, ултырышты комиссия рєйесе – район хакимиєте башлыѓы Єлфєрис Байсурин алып барґы. Районда халыљ менєн, йєштєр менєн профилактик эш алып барыла, имен булмаѓан ѓаилєлєр ꉴєтеү аҫтында тотола, тине алып барыусы.

РФ Эске эштєр министрлыѓы Ейєнсура районы б‰легенењ уголовный розыск б‰леге оперуполномоченныйы, полицияныњ µлкєн лейтенанты А. Квасов “Мєк” операцияһы йомғаҡтары, наркотик һәм илерткес матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше өлкәһендә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар кимәлен кәметеү буйынса үткәрелгән саралар менән таныштырҙы.

Әйтеүенсә, “Љайґа ‰лем менєн ћатыу итєлєр, хєбєр ит”, комплекслы оператив-эґлє‰ ћєм профилактик саралар ‰ткєрелє, йєштєр менєн даими эш бара. Наркодиспансерґа иѕєптє тороусылар нигеґґє наркотик бәйлелеккә райондан ситтє дусар булғандар. Интернетта наркотиктарґы пропагандалаѓан к‰п сайттар хољуљ ћаљлау органдары тарафынан ябылыған. “Ышаныс телефоны” аша шылтыратыуґар булып тора, к‰ргєґмє агитациянан файґа бар.

Шулай уљ район мәҙәниәт йорто директоры А. Ваһапов, РФ Эске эштєр министрлыѓы Ейєнсура районы б‰леге начальнигының йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса урынбаҫары, полиция подполковнигы Х. Танһыҡҡужин наркоманияны иҫкәртеү буйынса эштєр хаљында мєѓл‰мєттєр бирҙе.

Ултырышта сәләмәт йәшәү реүешен булдырыуҙа, наркоманияға ҡаршы профилактик эш алып барыуҙа киң мәғлүмәт сараларының роле ҙур булыуын билдәләнде. Район гәзиттәренә хәүефкә ҡаршы мәғлүмәти көрәште көсәйтеү, рәсми тел менән түгел, ябай итеп, күңелдәргә үткәреп яҙырға кєрєклеге єйтелде. Был эштє берґєм эш ите‰ бик мµћим.

Р. Хәмитов, республика Башлығы: “Кешеләрҙең ғүмере – ҡыл өҫтөндә. Йә беҙ тәртипкә килтерәбеҙ, йә иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл һайын спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыу сәбәпле байтаҡ граждандарыбыҙҙы юғалтабыҙ. Шуға бөтә йүнәлештәр буйынса ла тамырынан өҙөргә кәрәк”.

Контрафакт һәм суррогат алкоголь, уға ҡаршы көрәш темаһы бындай комиссия ултырыштарында тәүгә тикшерелмәй. Сөнки халыҡ һаулығы, райондағы криминоген хәл-торош иң элек уға бәйле, өҫтәүенә иҡтисадҡа күпме зыян яһала.

Эйе, Рәсәй халҡының иң эскесе ил булараҡ даны таралыуы берәүгә лә сер түгел. Араҡы эсеү буйынса илебеҙ донъяла алдынғылар рәтендә. Эскелек йәмғиәттең бөтә ҡатламында ла киң таралған. Хатта, ҡатындар күберәк эсәме, ирҙәрме, ололармы, әллә йәштәрме икәнен айырым ғына атап әйтеүе лә ҡыйын. Береһен әйтһәң, икенсеһе «үпкәләр» төҫлө. Рәсәй халҡы йылына 2 млрд. литр хәмер эсә. Илдәге һәр кешегә, ҡарттарҙы һәм сабыйҙарҙы ла индереп, йылына 12,5 литр иҫерткес эсемлек тура килә. Ошо йәһәттән, «Һаулыҡ» милли проектына ярашлы 2020 йылға тиклем алкоголь ҡулланыуҙы 55%-ҡа кәметеү ҡаралған. Алкоголгә акциздарҙан ҡаҙнабыҙ 250 млн. һумға байый. Әммә дәүләт тарафынан эскелеккә ҡаршы көрәшкә бүленгән аҡса бик аҙ. Шуға ҡарамаҫтан, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре хәленән килгәнсә заман афате менән көрәшә. Илдә эскелеккә ҡаршы төрлө хәрәкәттәр йәйелдерелде, ойошмалар барлыҡҡа килде.

– Октябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса ғәмәлдәге даими координация кәңәшмәһенең ултырышын уҙғарҙы. Ул төбәк биләмәһендә контрафакт һәм суррогат алкоголь продукцияһының законһыҙ әйләнешенә ҡаршы эш итеү мәсьәләләренә арналды, – тип район етәксеһе Ә. Байсурин һиҫкәндерерлек һандар килтерҙе: республикала һигеҙ айҙа 865 спиртлы эсемлек менән ағыуланыу осрағы булған, уларҙан 111 кеше ағыуланып үлгән. Күмертауҙа, Салауатта һәм Стәрлетамаҡта 14 йәшкәсә 19 бала ағыуланған. Әлфәрис Сәлихйән улы әйтеүенсә, был осорҙа беҙҙең районда 2 ағыуланыу осрағы теркәлгән, бәхеткә, үлеү осрағы булмаған. Шул уҡ ваҡытта алкоголь интоксикацияһы буйынса 461 мөрәжәғәт теркәлгән.

Шуныһы өмөтләндерә: был йәһәттән федераль ҡануниәттең ҡатылана. Быйыл июль айында Дәүләт Думаһы алкоголле һәм спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ рәүештә етештергән һәм уның менән сауҙа иткән өсөн енәйәт һәм административ яуаплылыҡты арттырған ике федераль закон ҡабул итте – улар менән МР хакимиәтенең баш юрисконсульты Э. Закирова таныштырҙы.

Теманы дауам итеп

Эсемлекте һәр кем кеҫәһенең ҡалынлығына ҡарап ала. Илдәге эш хаҡының күпме булыуын иҫәпкә алһаҡ, ябай халыҡтың нимә эсеүен дә яҡшы самаларға була. Әлбиттә, уртаса эш хаҡы йәшәү минимумынан да түбән булғандар 4500 һумлыҡ виски, 6-шар меңлек коньяктарға күҙ ҙә һалып тормай. Ундайҙар тыйыулы юлдар менән теләһә ҡайҙа етештерелгән ялған эсемлектәр менән генә мөрхәтһенә.
Үткән йылдарҙағы Яңы йыл байрамдарында халыҡтың күпме эскәненә күҙ һалһаң, сәс үрә торорлоҡ һандар күҙ алдына баҫа. Баҡһаң, нәҡ ошо оҙайлы байрамдарҙа ғына яҡынса 250 млн. шешә араҡы, 100 млн. шешә һыра, 140 млн. шешә шампан шарабы, 80 млн. шешә көмөшкә эсәләр икән. Был шешәләрҙе теҙеп һалһаң, экваторҙы 17 тапҡыр урап сығырға булыр ине.

Читайте нас