Һәр әҙәм, кем булыуына ҡарамаҫтан: негрмы, урыҫмы, еврейме, Ҡытайҙанмы, Аллаһ Тәғәләне танып «Ләә иләәһә илләллаһ», — тип әйтһә, уға намаҙ уҡыуҙар фарыз була. Уҡымаһа, иң ҙур гонаһ булыр. Мосолман тигәндең мәғәнәһе ул бер Алланы танып, Уға иман килтереү. Был шәһәдәтте һәр саҡ телегеҙҙә һәм йөрәгеҙҙә йөрөтөгөҙ.
Намаҙ уҡыған урының, намаҙлығың, өҫ-башың таҙа булырға тейеш. Әгәр ҙә өйҙә башҡа сит ерҙә уҡылһа, таҙа ерҙе табып шунда уҡыр кәрәк. Намаҙ мунсала, душта, бәҙрәфтә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт торған ерҙә уҡылмай. Шулай уҡ зыярат эсендә уҡылмай. Шуға ла йыназа намаҙы ҡәберлектән ситтә, тышта уҡыла. Намаҙлыҡ түшәге үҙҙегеҙ өсөн, ул булмаһа ла ҡара ер өҫтөндә уҡыу дөрөҫ.
Ҡояш горизонтан ҡыҙарып сыға башлаған ваҡытта, бер һөңгө буйлыҡ күтәрелмәйенсә намаҙ уҡылмай. Ҡояш горизонтҡа батҡан ваҡытта намаҙ уҡыу дөрөҫ булмаҫ. Шулай уҡ ҡояш туп-тура баш осонда торға мәлдә, төшкө (өйлә) намаҙы ваҡыты алдынан уҡылмай. Йыназа намаҙҙынала шул ваҡытҡа иғтибар бирер кәрәк. Ерләүҙәр күберәк шул мәлгә килә.
Намаҙҙы ҡиблаға ҡарап уҡыу фарыздыр. Ҡибланы көнъяҡҡа ҡарап, әгәр компас булһа, шул юнәлештән төнъяҡҡа ун-ун биш градус алаһын. Ауыл-ҡалаларҙа мәсеттең айы ҡайһы яҡҡа боролған шуға ҡарағыҙ. Бик булмаһа интернеттән поискә: определение направление Киблы яҙығыҙ.Өйөгөҙҙөн урынына тиклем шунда күрһәтәсәк. Ҡибланың ҡайһы тарафтан икәнен белә тороп, башҡа тарафҡа ҡарап уҡыу һис тә дөрөҫ булмаҫ. Намаҙ уҡып торған ваҡытта ҡибланың икенсе тарафта икәнен иҫегеҙгә төшһә, намаҙы боҙмайынса шул тарафҡа боролоғоҙ.
Намаҙлыҡ өҫтөнө баҫҡас, йә намаҙ уҡыр алдынан ҡул бағлағанда һул ҡулың беләҙеген уң ҡулының баш һәм сәтәкәй бармаҡтары менән сорнап алып, урта бармаҡтарынды беләгенә табан һуҙырға тейешһең.
Намаҙ ахырында сәләм биргәндә арттағы кешегә яңағың күренерлек ҡәҙәр башты бороу кәрәк, йәки үҙеңдең яурыңдарына ҡарар кәрәк.
Ҡыямда (аяҡ үрә торғанда) сәждә урынына ғына, намаҙлыҡа ҡарар кәрәк рөкүғтә (ярым бөгөлгәндә) аяҡ баштарына ғына, сәждәлә танауына ғына, ҡәғдәлә (ултырғанда) үҙ алдына ғына, сәләм биргәндә иң баштарына ғына ҡарап тороу тейешлелер.
Намаҙ эсендә түбәнселекле ҡиәфәт һәм һыныҡ күңел менән торорға тейешһең. Тәккәберлек ҡиәфәттә, йәки исем өсөн уҡылған намаҙ ҡабул булмаҫ. Уйҙарынды Аллаһы Тәғәлең сифаттарына, ғәләмәттәренә, донъя ҡоролошона, рәхмәттәренә юнәлт. Шөкөр ит.
Башҡа уйҙарҙа инеп намаҙҙынды бутар, сүрәләрҙе онотторор, шайтанда буш тормаҫ, ҡотортор, ашыҡтырыр. Шуға ла намаҙ алдынан Аятүль Көрси уҡыһағыҙ ярҙамы булыр, шайтан ҡасыр.
Бер мәле пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм иптәштәренә: кемдә кем намаҙҙы һис бер нәмә лә тураһында уйламайынса уҡыһа, шуға сапанымды бирермен тигән. Намаҙҙан һуң ул әйткән: һеҙҙең һәр берегеҙ намаҙ ваҡытында мин ҡайһы сапанын бирер тип уйланығыҙ – йәшеленме, әллә икенсеһенме, шулаймы? Әйе тигәндәр. Шуға ла сит уйҙар намаҙ ваҡытында ҡамаусалар. Быныһы инде донъя ашыҡтырыуы.
Сәждә ваҡытында ҡул һәм аяҡ бармаҡтары ҡиблаға табан ҡаратыр кәрәк. Рөкүғкә эйелгәндә (бөгөлгәндә) ирҙәрҙең ҡул бармаҡтары теҙҙәренә (аяғына) таянып торған ваҡытта һәммәһе асыҡ булыр, ҡатындарҙыҡы асыҡ булмаҫ.
Намаҙ уҡығанда йүткермәҫкә һәм иҫнәмәҫкә тырышығыҙ. Ихтыярһыҙ иҫнәгәндә ауыҙҙы бер ҡул менән ҡапларға кәрәк. Уң ҡулдын эске яғы менән, йәки һул ҡулдың тышҡы яғы менән. Намаҙҙа ике тапҡырҙан артыҡ кәрәкмәгән хәрәкәттәр эшләргә ярамай, өсөнсөһө намаҙҙы боҙа. Мәҫәлән: ике тапҡыр себенде ҡыуып, йәки ҡысыған урынды ике тапҡыр тырнап, өсөнсө тапҡыр маташыу намаҙҙы боҙа. Иғтибар булығыҙ, ҡайһы бер әҙәмдәр намаҙ ваҡытында кәрәкмәгән хәрәкәттәр эшләйҙәр, ҡулдарын рөкүғ ваҡытында күтәрәләр һәм башҡаһы.
Намаҙ уҡыған ваҡытта ике аҙымға күсергә була. Аҙымдың үлсәме ике табан үлсәме менән. Артҡа, йәки ҡабырғаға боролорға һәм ҡарарға ярамай.
Тәһәрәткә ҡыҫталған ваҡытта намаҙ уҡыу дөрөҫ булмаҫ, мәкрүһ эш. Һәр намаҙҙы үҙ ваҡытында уҡығыҙ, һуңлап китһәгеҙ – икенсе намаҙ ваҡыты етмәҫ борон уҡып ҡалығыҙ. Ун биш минуттан алдараҡ икенсеһенә тиклем. Намаҙ ваҡыты араһын дөрөҫ аңлағыҙ, бер намаҙҙан икенсеһенә тиклем ара, ҡайһы берҙәр аҙан булһа, йәки намаҙ сәғәте тулһа уҡырға керешәләр, бик хуп һәм сауаплы эш, ләкин берәй эштә эшләп йөрөһән, һуңғараҡ үҙ ваҡыты араһында уҡыһанда була. Тик, өҫтә яҙылғанса ҡояшҡа иғтибар булығыҙ, икенде (төштән һуңғы) намаҙҙын аҡшам намаҙҙы ваҡыты етмәҫ борон ҡырҡ, ҡырҡ биш минут алда уҡығыҙ, шулай итмәһәгеҙ ҡояш горизонтҡа бата башлаған мәлгә эләгәһегеҙ.