Форум программаһы бай: пленар ултырыш, бер нисә секция эше планлаштырылған, унда республика, район һәм электрон киң мәғлүмәт саралары баш мөхәррирҙәре һәм журналистары ҡатнашасаҡ. Бынан тыш бөгөн республикала билдәләнгән Милли кейем көнө лә ошонда ойошторола. Журналистарҙың кейемдәрендә милли стиль элементтары өҫтөнлөк итте. Ошоға бәйле конкурстар һәм флешмобтар ҙа ойошторолдо.
Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән үткәрелә. Форум республика халыҡтарының үҙенсәлеген һаҡлауҙың, йәмғиәттә татыулыҡты нығытыуҙың мөһим ҡоралы булған Башҡортостн халыҡтары телдәрендә сығып килгән баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт сараларына ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә. Милли киң мәғлүмәт саралары араһында тәжрибә уртаҡлашыу; милли киң мәғлүмәт сараларының яңы эш формаларын асыҡлау; милли киң мәғлүмәт саралары эшендә дөйөм проблемаларҙы асыҡлау һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү; милли киң мәғлүмәт саралары журналистарының һөнәри үҫешеүенә этәргес биреү форумдың төп маҡсаттары булып тора.
Көндөң тәүге яртыһында сарала ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова менән Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев сәләмләне. Артабан башҡорт телендә сыҡҡан баҫмалар һәм улдарҙың баш мөхәррирҙәре өсөн ҡоролтайҙың башҡарма комитеты менән берлектәге ултырышы булды. Шунда уҡ әүҙем журналистарға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләктәре тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында “Башҡортостан” гәзите лә бар ине.