Пандемияға бәйле, ике тапҡыр кисектерелгәндән һуң, бөгөн – 15 октябрҙә, ниһайәт, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башланды.
Был сара – быйылғы көҙҙөң иң әһәмиәтле ваҡиғаларының береһе. Ул 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем барасаҡ.
Бөгөн райондың йәниҫәп алыусылары Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу – 2020 сараһын үткәреү һәм перепись документтарын тултырыу һорауҙары буйынса семинар-кәңәшмәгә йыйылды. Кәңәшмәне Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу – 2020 һорауҙары буйынса Ейәнсура районы уполномоченныйы Нәркәс Ҡылысбаева асты һәм алып барҙы.
Сарала шулай уҡ районда перепись буйынса яуаплы район башлығы урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтов та сығыш яһаны.
Йәниҫәп алыуҙы ойоштороусылар һәм үткәреүселәргә уңыштар теләйбеҙ, ә иҫәпкә алыныусыларҙы бик мөһим сарала ҡатнашыуҙарын һорайбыҙ. Сөнки, илебеҙҙең, тимәк үҙебеҙҙең һәм балаларыбыҙҙың да киләсәген үҙебеҙ яҙабыҙ. Унан ситтә ҡалмағыҙ!